+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2019, 10:55

Һалым һалыуҙа ниндәй яңылыҡтар бар?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һалым һалыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға йүнселдәр өсөн консультация үткәрелә.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һалым һалыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға йүнселдәр өсөн консультация үткәрелә.


Сараны Башҡортостандың Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы уҙғара. Йүнселдәр өсөн бындай бушлай шәхси консультациялар циклы артабан да дауам итәсәк.


Билдәле булыуынса, республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләре буйынса, төбәгебеҙҙә эшҡыуарлыҡты һәр яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыу – ошоноң аныҡ дәлилдәренең береһе. Радий Фәрит улы һүҙҙәренсә, был территориаль берләшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларына комплекслы хеҙмәтләндереү, ярҙам саралары күрһәтелә. Бындай үҙәктәр бөтөн субъекттарҙа төҙөләсәк. “Минең бизнес”ты киңәйтеү, эш урындары булдырыуҙы ойоштороу, программа тәьминәте өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк.


Экспортҡа булышлыҡ ҡылыу үҙәге лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә бәләкәй бизнесҡа ярҙам маҡсатында быйыл 43,27 миллион һум йүнәлтелә, ә проектты тормошҡа ашырыуҙың тотошлай ваҡытына 161,4 миллион һум планлаштырылған.


“Барыһы ла муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡ өсөн гранттар биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, быйыл моноҡалаларға төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә 8,8 миллион һум бүленде – был аҡса коворкинг-үҙәктәр булдырыуға, Бизнес-навигаторҙы тулыландырыуға йүнәлтелә”, – тине Радий Хәбиров.


2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Республика етәксеһе был йәһәттән үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.

Читайте нас: