+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Август 2019, 10:38

Милли проект: урмансыларға – яңы бурыстар

Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығы “Экология” милли проектына ярашлы быйылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашыра башланы.

Рәсәй Урман хужалығы федераль агентлығы “Экология” милли проектына ярашлы быйылдан “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашыра башланы.


Ағасты ҡырҡыу һәм уны тулыһынса кире тергеҙеп барыуҙы күҙ уңында тотҡан был федераль проектта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ла әүҙем ҡатнаша. "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты буйынса 151 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, уның 38,74 миллиард һумы бюджет-ара трансферт.


Башҡортостанда төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум күләмендә аҡса һалынасаҡ, шул иҫәптән 0,9 миллиард һум федераль бюджеттан киләсәк, ә ҡалған 1,3 миллиард һум бюджеттан тыш саралар иҫәбенә тәьмин ителәсәк.


"Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыуға быйыл 163,6 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Төҙөлгән килешеүҙәр менән бергә иҫәпләгәндә, әле был сумманың 80 проценты, йәғни 135,4 миллион һумы үҙләштерелгән.


– Республиканың һәм илдең урман йәмәғәтселеге инде 20-25 йыл дауамында бындай аҡсаны күргәне булманы. 80 миллион һум самаһы урмандарҙы тергеҙеүгә һәм хужалыҡ техникаһы алыу маҡсаты өсөн тотоноласаҡ. Әле урман хужалыҡтары өсөн 37 берәмек техника, 37 ҡорамал алынды, йәғни үҫентеләрҙе ҡарау өсөн культиваторҙар, ағасты механизация ысулы менән ултыртыу өсөн машиналар, һуҡалар. Янғын һүндереү техникаһы ла 12 берәмеккә артты. Былар барыһы ла ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ҙур ярҙам сығанағы булып тора. 2024 йылға урманды тергеҙеү буйынса күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә тейешбеҙ, – тип белдерҙе журналистар менән осрашыуҙа Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.


Читайте нас: