-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Октябрь 2019, 10:30

Төпкөл ауылдар интернетһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш

“Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла интернет индереләсәк.

Республикабыҙҙа “Һанлы иҡтисад” милли проекты ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла интернет индереләсәк. Уларҙағы барлыҡ социаль әһәмиәтле объекттар заманса һулыш аласаҡ.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров райондарға эш сәфәрҙәре барышында һәр ваҡыт мәктәптәрҙә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һ.б. булып, уларҙы заманса үҫтереү йәһәтенән күрһәтмәләр бирә килә. Бөгөнгө ауылдарҙағы шарттар ҡалалағынан кәм булырға тейеш түгел. Әлеге эш тә – ошо маҡсатҡа ярашлы атҡарылған бурыстарҙың бер өлөшө.


“Төпкөлдәрҙәге социаль әһәмиәтле учреждениеларҙы интернетҡа тоташтырыу Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән “Башинформсвязь” йәмғиәте араһында төҙөлгән дәүләт контрактына ярашлы федераль бюджет иҫәбенә ойошторола. Сығым 1,7 миллиард һум буласаҡ”, – тине Башҡортостандың Һанлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.


Контракт шарттары буйынса, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль объекты интернетҡа тоташтырыласаҡ. Быйыл – 722, тимәк, дөйөм эштең 26 процентын бойомға ашырыу ҡаралған. Аҙаҡ интернетҡа урындағы халыҡ та тоташа аласаҡ.
Читайте нас: