“Бәпес” (“Малыш”) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге проектта ҡатнашырға булды. 1989 йылда асылған фирма бәләкәй балалар өсөн кейем тегеп һата. Үҙ ҡорамалдары һәм квалификациялы белгестәре бар. Был етештереүҙең бөтә этаптарында продукция сифатына контроллек итеү мөмкинлеген бирә. Йәмғиәттең генераль директоры Юлия Суходольская предприятие яңы үҫеш кимәленә сығыр, тигән өмөттә.
Милли проектта ҡатнашҡан йәнә бер ойошма – “Өфөгормолзавод” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Башҡортостанда һөт эшкәртеү предприятиеһы сағыштырмаса яңыраҡ асылған. Әле заводта һөттө ете төр төргәккә тултырған автоматтар эшләй. Былтырғы йыл башында 40-тан ашыу төрлө ризыҡ сығарылған. Улар республикалағы һәм күрше төбәктәрҙәге сауҙа селтәрҙәрендә һатыла.
“Геофизика” фәнни-етештереү фирмаһы” акционерҙар йәмғиәте 1992 йылда “ВНИИнефтепромгеофизика” – Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ғилми-тикшеренеү институты нигеҙендә барлыҡҡа килә. Предприятиеның генераль директоры Илдар Әдиев хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге Федераль компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектәге эш һаҡсыл етештереү өлкәһендә иң яҡшы тәжрибә өлгөләрен өйрәнеү һәм уларҙы предприятиелағы бөтә процестарҙ ла файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк, тип ышана.
Проектҡа ҡушылған дүртенсе ойошма – “Авангард” федераль ҡаҙна предприятиеһы. Ул хәрби-техник тәғәйенләнештәге, бәләкәй тоннажлы, ағас эшкәртеү продукцияһы етештерә.