-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2019, 10:49

Төпкөлдәргә юллана "Һанлы иҡтисад"

Башҡортостанда “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эш “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Башҡортостанда “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эш “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Башланғыс халҡы йөҙҙән меңгә тиклем булған тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернетҡа тоташтырыуҙы күҙ уңында тота. Бөгөнгө күрһәткестәргә ҡарағанда, әле республикала мәғлүмәти-технологик инфраструктура менән социаль әһәмиәтле 50 объект тәьмин ителгән. Улар араһында мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары бар.


“Мәғлүмәт инфраструктураһы” программаһы ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла юғары тиҙлекле интернет индереү мөмкин буласаҡ, – тине республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Алевтина Дауытова. – Ошо программаға ярашлы, 2021 йылдың аҙағына тиклем 2774 социаль объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ”.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июлдә үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса, проекттың операторы итеп “Башинформсвязь” йәмғиәте танылды.


Контракт шарттарына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға тейеш, был – дөйөм бурыстың 26 проценты.


Билдәле булыуынса, “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: “Һанлы мөхитте норматив көйләү”, “Мәғлүмәт инфраструктураһы”, “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек”, “Һанлы технологиялар”, “Һанлы дәүләт идаралығы”.


Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: