-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2019, 10:51

Иранға иген оҙаттыҡ

Һыу транспорты – экспорт өсөн иң ҡулайлыһы һәм арзаны, тип билдәләй белгестәр.

Һыу транспорты – экспорт өсөн иң ҡулайлыһы һәм арзаны, тип билдәләй белгестәр. Шуға ла Ағиҙел йылғаһының Илеш районындағы Груздевка ауылы менән Татарстандың Аҡтаныш районындағы Аҙакүл ауылдары араһындағы урыны бер нисә айҙа ауыр йөк тейәгән суднолар йөрөрлөк итеп тәрәнәйтелде.


Совет осоро йылдарында бында башҡорт игенен йылға буйлап оҙатыу өсөн элеватор төҙөлһә лә, әлегә уның мөмкинлеге сикле ине. Бына тарихи мәл дә етте – “Омский-4” өс мең тонна һыйҙырышлы ҙур йөк баржаһы “Илеш элеваторы”ның ярына килеп туҡтаны. Был көндө тәү тапҡыр һыу буйлап Иранға арпа фуражы оҙатылды. Бығаса ике мең тонналыҡ баржалар көньяҡ порттарға тиклем генә барып, һуңынан игенде бушатып, ҡабаттан тейәгәндәр. Был, әлбиттә, ҡыйбатҡа төшкән. Ағиҙел йылғаһын тәрәнәйткәс, хәҙер ҙур суднолар элеваторҙың үҙенә тиклем килә ала.


– Был йөк баржаһы Балтик диңгеҙенән килде, бынан һуң Ҡара диңгеҙҙән көтәбеҙ. Хәҙер беҙҙең яңы мөмкинлектәр бар. Инвестор эле­ваторға модернизация үткәреп, уның игенде эшкәртеү ҡеүәтен арттырырға планлаштыра. Сит ил партнерҙары ла хеҙмәттәшлеккә әҙер, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Республика аг­рарийҙары ла проект менән ҡы­ҙыҡһына. Әйткәндәй, былтыр эле­ваторҙан экспортҡа 47,9 мең тонна иген юл алған. Бөтәһе 27 баржа булған. Әммә барлыҡ ашлыҡты башҡа порттарҙа бушатырға тура килгән.


– Дөрөҫөн әйткәндә, проекттың тормошҡа ашырына ышанып бөт­мәгәйнек, – ти инвестор Николай Тюлюлюкин. – Шулай ҙа был мәсьәлә Хөкүмәттә ҡаралғас, эш алға китте. Причал төҙөкләндерелде, нығы­тылды, уңайлыҡтар булдырылды. Хәҙер игенде теләгән урынға оҙатырға була. Бында “йылға – диңгеҙ” юлы буйлап бөтә ҡоро йөк суднолары, танкерҙар килә ала.

Илшат Илдус улы элеваторҙан башҡа төрлө продукцияны ла экспортҡа оҙатыу ихтималлығын белдерҙе.


– Көнбағыш майын да мөмкин. Беҙҙә был культура күп етештерелә, экспортҡа ла оҙатыла. Был вариантты ла ҡарарға кәрәк, – тине ул.


Һыу транспорты арзанға төшөүе хаҡында бер нисә тапҡыр телгә алды тармаҡ етәксеһе. Мәҫәлән, игенде Новороссийск портына ебәргәндә бер тоннаһы яҡынса өс һумға етә. Ә ҡулланыусыға туранан-тура оҙат­ҡанда ул 1,2 һумға төшә.


Әйткәндәй, быйыл ауыл эшсәндәре 3,3 миллион тонна ашлыҡ һуғып алған. Шуның миллион тоннаһын экспортҡа оҙатырға мөмкин. Уның бер килограмын 1 һум 80 тингә ҡабатлаһаң, был проекттың ни тиклем файҙалы булыуын аңларға мөмкин. Әлбиттә, был тиклем игендең бөтәһе лә Илеш элеваторы аша китмәйәсәк, шулай ҙа уның киләсәге шатлыҡлы хистәр уята.

Әйткәндәй, ҙур йөк судноһын тейәү анһат эш түгел икән. Өс бүлекте ашлыҡ менән тултырыу өсөн кәм тигәндә ике көн кәрәк. Һауа торошоноң ҡоро булыуы ла мөһим.


Тәүге судно Ағиҙел, Волга йылғалары, һуңынан Каспий диңгеҙе аша Иранға барасаҡ. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына, төбәк программаларына ярашлы был проект башҡа илдәргә ашлыҡ һатыу күләмен арттырырға ҙур мөмкинлек бирәсәк.

Читайте нас: