+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Ноябрь 2019, 11:13

Һаҡсыллыҡтың ҡәҙерен беләләр

Саҡмағоштағы “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә “Һаҡсыл производство” программаһын ғәмәлгә индерә.

Саҡмағоштағы “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһы Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә “Һаҡсыл производство” программаһын ғәмәлгә индерә.


Башҡортостан Хөкүмәте менән хужалыҡтың ошо проектта ҡатнашыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле төҙөлөш, сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары менән ошондай 45 килешеү төҙөлгән.

Вадим Соколов “Базы” агропредприятиеһына сирек быуат етәкселек итә. Хужалыҡ һөт, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө иген етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Етәксе билдәләүенсә, “Һаҡсыл производство” программаһы предприятиеға етештереүсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итәсәк.


Беҙ һәр ваҡыт заман менән бергә атларға тырышабыҙ: матди-техник базаны яңыртабыҙ, компьютерлаштырылған системаларҙы файҙаланабыҙ, заманса техника һатып алабыҙ, – тине ул. – Яңы технологиялар эшләһен өсөн юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр кәрәк, әлбиттә. Милли проект ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк, сөнки эшкә һәләтле халыҡтың ауылдан ҡалаға китеүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбәнәйеүенә сәбәпсе була.


Мәғлүм булыуынса, милли проектта ҡатнашыусылар эксперттарҙың бушлай ярҙамына иҫәп тота ала. “Һаҡсыл производство” программаһын ғәмәлгә индергәндән һуң улар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 50-300 миллион һум күләмендә льготалы займ алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ “Етештереү лидерҙары” программаһында ҡатнаша, “Эксперт акселераторы” программаһы буйынса ярҙамға һәм башҡа ташламаларға өмөт итә ала.

Читайте нас: