+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2019, 10:49

Шәкәр сөгөлдөрө ҡыуандыра

Республика баҫыуҙарында 47 мең 380 гектарҙа майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынды. Быйыл аграрийҙарҙың көткән һөҙөмтәһе аҡланды.

Республика баҫыуҙарында 47 мең 380 гектарҙа майҙанда шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынды. Быйыл аграрийҙарҙың көткән һөҙөмтәһе аҡланды. Гектарынан уңыш уртаса 367 центнер тәшкил итә. Бөтәһе бер миллион 738 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйыйып алынған. Был былтырғынан 320 мең тоннаға күберәк.
Әйткәндәй, республикала үҙебеҙҙе шәкәр менән 188,3 процентҡа тәьмин итәбеҙ. Татлы аҙыҡ артығынан тыш етештерелеү сәбәпле, эске баҙарҙа уның хаҡы түбән ҡала. "Был осраҡта беҙгә шәкәрҙе экспортҡа оҙатыуға йүнәлеш тоторға кәрәк", – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.

Читайте нас: