+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ноябрь 2019, 10:46

Cубсидия кемдәргә бирелде?

Башҡортостан Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә.

Башҡортостан Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә.

Быйыл экспортҡа эшләгән компанияларға логистика сығымдарын ҡаплау буйынса 28 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шул иҫәптән Октябрьский ҡалаһынан “Инновации в бурение” йәмғиәте Азербайжанға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мексикаға, Үзбәкстанға һәм Кубаға – нефть скважинаһын быраулау һәм ремонтлау әйберҙәрен, Белорет ҡалаһынан “Көньяҡ Урал Үлсәү Заводы” йәмғиәте Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға һәм Сербияға – төрлө төрҙәге үлсәү ҡорамалдарын, “Башлессервис” йәмғиәте Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Афғанстан илдәренә ылыҫлы ағастан төҙөлөш материалдарын һатыуға киткән сығымдарын ҡаплауға субсидия алыуға килешеү төҙөүгә өлгәшкән.

Әйткәндәй, был өс компания ла Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге хеҙмәтенән әүҙем файҙалана, йәғни өйрәтеүсе семинарҙарҙа ҡатнаша, контрагентты тикшереү, документтарҙы һәм презентация материалдарын сит телдәргә тәржемә итеү, экспорт контракттарына экспертиза эшләү кеүек мөмкинлектәрҙе ҡуллана.

Башҡортостан бюджетынан экспорт тауарҙарын ташыуға субсидия бүлеү сит ил менән хеҙмәттәшлек иткән компанияларға ярҙам ҡоралы булып тора, ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә әҙерләнгән.

Әйткәндәй, экспорт йүнәлешендә эшләргә теләгәндәргә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.

Субсидия алыу шарттары тураһында мәғлүмәтте ошонда табырға мөмкин: https://foreign.bashkortostan.ru/activity/16526/.

Фото: Ilishmayak.rbsmi.ru



Читайте нас: