+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Декабрь 2019, 08:40

Ипотека ставкалары кәмене

Октябрь айында ипотека кредиттары буйынса уртаса ставкалар 9,4 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә Үҙәк банк.

Октябрь айында ипотека кредиттары буйынса уртаса ставкалар 9,4 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итә Үҙәк банк.
Был һуңғы ике йылда иң бәләкәй ставка һәм ул алдағы ай менән сағыштырғанда ла 0,28 процентҡа түбәнерәк.
Үҙәк банк етәксеһе Эльвира Нәбиуллина әйтеүенсә, ипотека алырға теләүселәргә ташламалар артабан да дауам итәсәк. “Ипотека кредиты ставкаһын йылына 7 – 8 процентҡа ҡалдырыу — планда”, — тигән ул.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, 2019 йылда ипотека кредиты ставкаһы уртаса 8,9 процент тәшкил итергә, ә 2024 йылға 7,9 проценҡта тиклем түбәнәйергә тейеш.

Читайте нас: