-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2019, 11:20

Ишле ғаиләләргә ярҙам

Ипотека кредиты түләүсе ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн өҫтәмә 6 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Һүҙ 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы балалары булған күп балалы ғаиләләр тураһында бара.
РФ Хөкүмәте быйыл өсөнсө йәки унан һуңғы балалары тыуған ипотека түләүселәргә ярҙам итеү өсөн бюджеттан 6 миллиард һум аҡса бүләсәк.
«Беҙ был маҡсатта ҡаралған миллиардҡа тағы ла 6 миллиард һум өҫтәргә булдыҡ. Был 12 меңләп ғаиләнең бурыстарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк», – тине Хөкүмәт ултырышында Дмитрий Медведев. Уның аңлатыуынса, һүҙ 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы балалары булған күп балалы ғаиләләр тураһында бара, тип хәбәр итә «Интерфакс». «Улар өсөн был йылдың сентябренән ипотека бурысын 450 мең һумға кәметеү мөмкинлеге ҡаралған», – тип билдәләп үтте премьер-министр. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бигерәк тә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты нигеҙендә был маҡсатты тормошҡа ашырыу бик мөһим.
Читайте нас: