+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2019, 14:00

Әбйәлилдәр үҫтергән уңыш сит илдәргә лә оҙатыла

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проект сиктәрендәге “АПК продукцияһын экспортлау” төбәк программаһына әбйәлилдәрҙә үҙ өлөшөн индерә.

Мәҫәлән, “РЕСА” компаниялар төркөмө”нә ҡараған Әлмөхәмәт элеваторы ауыл хужалығы продукцияһын бик күп илдәргә оҙата. Уҙған йылда элеватор Иранға 12000, Төркиәгә 5000, Каҙағстанға 12000 тонна арпа оҙатҡан. Ҡытайға 1610 һәм Польша, Нидерланды, Прибалтика илдәренә 12640 тонна күләмендә етен һатҡан. Әзербайжанға беҙҙән 7000 тонна бойҙай алған.
Ошо йыл башынан Әлмөхәмәт элеваторынан Монголияға 5400 тонна һәм Бельгияга 1700 тонна етен ебәрелгән. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 18 мең тонна етен һәм 15 тонна иген культуралары оҙатыу күҙаллана.
Үҙ продукцияһын сит илдәргә һатҡандарға, һатырға планлаштырғандарға ла хөкүмәт льготалы шарттарҙа кредит бирәсәк.
Читайте нас: