-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Декабрь 2019, 18:25

2020 йылда коммуналь тарифтар ҡиммәтләнә

Башҡортостанда киләһе йылда коммуналь тарифтарҙың күпмегә артыуы билдәле булды.

Республика хөкүмәте раҫлаған документҡа ярашлы, икенсе кварталда күпселек хеҙмәттәр өсөн хаҡ күтәрелеүе көтөлә. Сүп-сар сығарыу һәм электр энергияһы өсөн түләү 1 ғинуарҙан ҡиммәтләнә.
1 июлдән иһә тарифтар уртаса 5,6 процентҡа артасаҡ. Төрлө ҡала һәм райондарҙа түләү төрлөсә була.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн түләү компенсацияһы хаҡы ла үҙгәрә.
БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә,торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәте өсөн компенсация түләүе лә үҙгәреш кисерә.Ул Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында хупланды. Шулай итеп, 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләгәндән һуң уны өлөшләтә кире ҡайтарыусы социаль категория граждандары был аҡсаны билдәләнгән тариф буйынса түгел, ә факт буйынса компенсация аласаҡ.
Читайте нас: