-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Декабрь 2019, 11:20

Эш етештереүсәнлеге арттыласаҡ

Башҡортостандың 50 предприятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса милли проекттар иҫәбенә инде

Быйылғы йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткескә өлгәшелде, тип белдерәләр БР Иҡтисади үҫеш министрлығында. Ошо көндәрҙә милли проект сиктәрендә “Стеклонит” акционерҙар йәмғиәте һәм Бәләбәй һөт комбинаты Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
Ҡатнашыусы предприятиелар эксперттарҙың бушлай ярҙамы менән файҙалана ала. Бынан тыш йылына 1 процент менән 300 миллион һумға тиклем ташламалы дәүләт займы биреү ҙә ҡаралған. Ул сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды иҫәбенә бирелә. Предприятиеларҙың экспорт потенциалын үҫтереү маҡсатында “Экспорт акселераторы” программаһы ла ғәмәлдә.
Читайте нас: