+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2019, 14:35

Үҫемлек майы өсөн - 3.4 миллион һум!

Шишмә май һығыу заводына республика бюджетына 3.4 миллион һум күләмендә субсидия бүленә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан.

Был аҡса заводҡа етештергән продукцияһын сит илгә оҙатҡан сығымдарын ҡаплауға бирелә.
Был тәңгәлдә 2019 йылдың июненән декабргә тиклем алты агросәнәғәт предприятиеһы – “Шишмә ААЙ-һы, “Эксперимент”, “РусАгро”, “АгроЭкспорт”, “Дуҫлыҡ”, “Дары Башҡортостана” предприятиелары дәүләттән 6,4 миллион һум аҡса алды.
“Башҡортостан Республикаһында АПК продукцияһын экспортлау” төбәк проектына ярашлы, 2024 йылға Башҡортостанда агросәнәғәт продукцияһын сит илгә оҙатыу күләме 230 миллион долларға етергә тейеш.
2019 йылда был программа ярҙамында республиканың 39 предприятиеһы ярҙам алған, шуларҙың 31-е продукцияһын даими сит илдәргә оҙатҡаны өсөн , һигеҙ компания “пилот” проекттарын ғәмәлгә ашырыуға алған. Дөйөм алғанда, Башҡортостандан 1,2 миллиард һумлыҡ тауар сит илдәргә оҙатылған, транспорт хеҙмәттәре 75,3 миллион һум тәшкил иткән.
Читайте нас: