+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2019, 10:00

Төбәк урмандары нисек һаҡлана?

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов йылға йомғаҡ яһап, быйыл "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проекты бурыстары ведомство тарафынан комплекслы үтәлеүен белдерҙе.

Билдәле булыуынса, программала урындағы үҙидара органдарының ҡатнашыуы ҡаралмаған.
"Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға аҡса тик федераль бюджеттан бүленә. Проектты финанс йәһәттән тәьмин итеүгә 2024 йылға тиклем 2,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән 923 миллион һум – бюджеттан. Төп өлөшө – 1,3 миллиард һум – ҡуртымсылар һәм урман хужалығы учреждениелары сығанаҡтары булырға тейеш. Быйыл урмандарҙы тергеҙеүгә һәм махсус техника алыуға бөтәһе 198,2 миллион һум бүленде", – тине Марат Искәндәр улы.Был сумманың 83 миллион һумы – урмандарҙы тергеҙеүгә, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға тотонолған. Ғөмүмән, был аҡсаға 45 урман хужалығы һәм янғын техникаһы, 265 берәмек ҡорамал, инвентарҙар алынған.Киләһе йылда федераль бюджеттан 211,2 миллион һум бүленәсәк, уның 133,2 миллион һумын – урмандарҙы тергеҙеүгә, орлоҡ әҙерләүгә – 0,9 миллион һумын, ағас ултыртыу һәм үрсетеү өсөн махсус ҡорамалдар, техника алыуға – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы алыуға 40,4 миллион һум йүнәлтеләсәк. Министрҙың һүҙҙәренсә, 2024 йылға тиклем ведомствоға ҡараған учреждениелар кәрәкле янғын һүндереү техникаһы менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Был "Урман янғындарынан зыянды кәметеү" проектының маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк.“Урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса республикалағы күрһәткес Рәсәйҙә иң яҡшылар рәтендә. Илдә ул һан уртаса 25 процент булһа, республикала ике тапҡырға күп, Волга буйы федераль округында был күрһәткес буйынса беренсе урындабыҙ. Ҡуртымсылар 7,5 мең гектар майҙанда ағас ултыртыуҙы ойошторорға планлаштырһа, был эштәр 7,8 мең гектарҙа атҡарылды, йәғни пландары 104 процентҡа үтәлде, ә урман хужалыҡтарыныҡы – 102 процентҡа”, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Читайте нас: