-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2019, 16:15

Өфө аэропортында 3,5 миллионынсы пассажир теркәлде

24 декабрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.

24 декабрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Был юлы Евгения Казаковаға бәхет йылмайҙы. Ул «Рәсәй» авиакомпанияһының Өфөнән Санкт-Петербургҡа осҡан рейсына теркәлде. Евгения Григорьевна ҡыҙы һәм өс ейәнсәре менән бергә Яңы йыл байрамдарын үткәреү һәм туғандары менән осрашыу өсөн төньяҡ баш ҡалаға юлланды.
«Был минең Яңы йыл әкиәтем! Бай мәҙәни программа планлаштырғанбыҙ, ошондай шәп бүләк Санкт-Петербург буйлап йөрөү өсөн беҙгә өҫтәмә көс, илһам бирер», — тип пассажир.
Республика Хөкүмәте исеменән 3,5 миллионынсы пассажирҙы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин ҡотланы.
«Бөгөн республика авиаташыуҙарҙы үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә, рейстарҙы субсидиялауҙа әүҙем ҡатнаша. «Өфө» аэропорты киләһе йылда ла Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыр һәм йылдам үҫешен дауам итер тип ышанабыҙ», — тине Азат Кәлимуллин.
«Рәсәй» авиакомпанияһы 3,5 миллионынсы пассажирға Өфө – Санкт-Петербург – Өфө маршруты буйынса бушлай осошҡа сертификат бүләк итте. Өфө аэропортынан уға бушлай парковкаға, бизнес-залда хеҙмәтләндереүгә сертификаттар һәм иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды.
Читайте нас: