“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансығын асыу тантанаһы булып үтте. Ул һаҡ етештереү принциптарына интерактив өйрәтеү формаһы булып тора.
Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Әлфиә Теүәлбаева үҙенең ҡотлау телмәрендә билдәләгәнсә, республиканың 18 предприятиеһында етештереү процестарын ҡулайлаштырыу буйынса тәүге проекттар өҫтөндә эшләү тамамланған да инде.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Ирина Жук аңлатыуынса, киләһе йылда 16 ошондай “фабрика” эшләй башлаясаҡ. Үҙәк етәксеһе Руслан Нуретдинов уҡыу форматы тураһында һөйләне: был дәрестәр 15 кешенән торған команда өсөн һигеҙ сәғәткә иҫәпләнгән.
Фото: Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министрлығы сайтынан.