+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ғинуар 2020, 17:57

1 ғинуарҙан кредиттар буйынса бурыстың максималь күләмен сикләйҙәр

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сикке бурысты сикләүҙең һуңғы этабы үҙ көсөнә инде.

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә сикке бурысты сикләүҙең һуңғы этабы үҙ көсөнә инде. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, бер йылға алынған ссудалар буйынса проценттарҙың максималь күләме бурыстан 1,5 тапҡырға артырға тейеш түгел, тип хәбәр итә RT на русском.
Яңы сикләү пеняларға һәм штрафтарға ла ҡағыла.
Эксперттар һүҙҙәренсә, бынан алда ҡабул ителгән сикләүҙәр баҙарҙа уйынсылар һанын кәметеүгә һәм заемсыларҙың кредитҡа һәләтле булыуын баһалауҙы көсәйтеүгә килтерҙе.
30 декабрҙә Үҙәк банкта 2019 йылдың 1 декабренә ипотека буйынса уртаса ставканың 0,21 процент пунктына — йылына 9,19% тиклем төшөүен хәбәр иттеләр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: