+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ғинуар 2020, 15:55

Австрия менән бәйләнештәр нығый

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың Австриялағы вәкиллегенең эш һөҙөмтәләре ҡаралды.

Билдәле булыуынса был илдә вәкиллек ”Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт милли проектын бойомға ашырыу маҡсатында уҙған йылдың июнендә асылғайны. Вәкил етәксеһе Маркус Шайбльхофер 2020 йылға пландар менән уртаҡлашып, яңы йылда тығыҙ хеҙмәттәшлек итерелек ҡеүәтле инвесторҙарҙы ла атап үтте. Әле башҡорт майын экспортҡа сығарыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлек бара, шулай уҡ мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм туризм йүнәлешендәге проеккттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр булған.
Австриялағы вәкиллектең төп офисы Венала урынлашҡан. Ике ил араһында ептәрҙе нығытып, быйыл ике республика араһында тура авиабәйләнеш булдырылды, шулай уҡ Австрияла Башҡортостан мәҙәниәте көндәре һәм һабантуй уҙғарылды.
Читайте нас: