-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ғинуар 2020, 15:40

Эшҡыуарҙарға ярҙам ҡаралған

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектын бойомға ашырыу маҡсатында республикала мәшғүллек үҙәктәрендә торған граждандарға үҙ шөғөлөн асыу мөмкинлеге бирелә.

Йәғни бизнесыңды ойоштороуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн аҡсалата компенсация түләү ҡаралған.
Элек эш башлаусыларға бирелгән был ярҙам күләме 58 мең һум тәшкил итһә, хәҙер иһә 98 мең һум алырға мөмкин. Республикала әлегәсә был мөмкинлек менән 550-нән ашыу кеше файҙаланған.
Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн бюджеттан 651 миллион һум аҡса бүленгән. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, был субсидияға халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә торған кешеләр генә дәғүә итә ала. Бының өсөн бизнес-план, ойошманың уставын әҙерләп, ғариза-анкета тапшырырға кәрәк. Махсус комиссия тарафынан хуплау тапҡан проект хужаларына компенсациянан тыш, документтар тултырыуға киткән сығымдар ҙа ҡайтарыла.
Ошо мөмкинлекте файҙаланырға теләгәндәр райондарҙағы бизнес-шерифтарға йәки урындарҙағы Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.
Читайте нас: