+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ғинуар 2020, 15:00

Путин Сирияла

Рәсәй Президенты Раштыуаны билдәләгәндән һуң, Сүриәгә осто.

Рәсәй Президенты Раштыуаны билдәләгәндән һуң, Сүриәгә осто. Аэропортҡа килеп төшөү менән ул был илдәге беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан базаға юлланды. Путинды бында Сүриә Президенты Бәшәр Асад үҙе ҡаршыланы.

Дәүләттәр башлыҡтары ошо төбәктәге хәл-торош тураһында отчет тыңланы, шунан ике яҡлы һөйләшеүҙәр башланды.

Рәсәй Президенты белдереүенсә, Сүриә дәүләтселеген тергеҙеү, илдең сиктәрен һаҡлап ҡалыу буйынса бик ҙур эш башҡарылған. Дамаск урамдарында имен тормош билдәләрен торған һайын йышыраҡ күрергә мөмкин.

Ахыры, был яҡтарҙа тыныслыҡ буласаҡ? Булмаҫтыр. Сөнки АҠШ менән Иран, Ираҡ араһы боҙҙай туңырға самалай.

Сүриә лидеры Бәшәр Асад Владимир Путинды Раштыуа менән ҡотланы. Аҙаҡтан делегациялар тәүҙә илдең баш ҡалаһындағы ҙур мәсеткә, аҙаҡтан православие сиркәүенә барҙы. Әйткәндәй, мәсеткә лә Путин буш ҡул менән килмәне - XVII быуаттан бирле һаҡланған Ҡөрьән Кәрим китабын бүләк итеп китте.

Читайте нас: