Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ғинуар 2020, 20:30

Республиканың «Яҡтыкүл» курорты — йәй көнө ял итеү өсөн популяр урындар исемлегендә иң ҡиммәте

Tvil.ru сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың «Яҡтыкүл» курорты — Рәсәйҙә йәй көнө ял итеү өсөн популяр урындар исемлегендә иң ҡиммәте.

Tvil.ru сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың «Яҡтыкүл» курорты — Рәсәйҙә йәй көнө ял итеү өсөн популяр урындар исемлегендә иң ҡиммәте. Рейтинг 2020 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклемге осорға түләнгән ғаризалар йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.
Тәүге өсәү иҫәбендә — Ҡырымдың Саки ҡалаһы, Селигер күле буйындағы Осташков (Тверь өлкәһе) һәм «Яҡтыкүл» шифаханаһы.
Туристар, ғәҙәттә, түбәндәгесә заказ бирә: Сакиҙа — 12 төнгә, бер ғаиләгә тәүлегенә — 2263 һум; Осташковта — 14 төнгә, хаҡы — 3428 һум; Яҡтыкүлдә — 4 төнгә, 4700 һум.
«Башинформ»дан алынды.

Читайте нас в