+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2020, 17:00

Башҡортостан бизнесҡа көйләүсе тәьҫир һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды алды

Башҡортостан властың бизнесҡа көйләүсе тәьҫире һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды.

Башҡортостан властың бизнесҡа көйләүсе тәьҫире һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Был беҙҙә эшҡыуарҙар өсөн артыҡ административ кәртәләрҙең булмауы хаҡында һөйләй. Рейтингты йыл һайын Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы иҫәпләй, унда тиҫтәләрсә күрһәткес бар. Уҙған рейтингта беҙ иң яҡшы 30 субъект иҫәбендә – юғары төркөмдә инек. Ләкин хәҙер илдә беренсе урынға сығыуыбыҙ – командабыҙҙың ҙур еңеүе! Инвестиция берләшмәһе араһында республика абруйы өсөн ҙур үҫеш – бизнесҡа беҙгә килергә, һалымдар түләргә, яңы эш урындары булдырырға сигнал. Яҡташтарыбыҙ Себергә эшкә китмәһен, ә тыуған ерендә лайыҡлы эш тапһын өсөн», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Башинформ»дан алынды.

Читайте нас: