+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Ғинуар 2020, 11:40

Путин Кудрин менән осрашты

Ҡаҙна аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында ентекле һөйләшеү булды.#ВладимирПутин

Рәсәйҙә Иҫәп палатаһының эшләй башлауына 25 йыл тулды. Шул уңайҙан Иҫәп палатаһы етәксеһен Рәсәй Президенты ҡабул итте. Алексей Кудрин Иҫәп палатаһының эшенә етәкселек итә башлағас, коррупция, ҡаҙна аҡсаһын урлауға ҡаршы көрәш киңерәк йәйелдерелде. Кудриндың йыл һайын ҡаҙнанан 2-3 миллиард һум аҡса урлайҙар, тигән белдереүе генә үҙе ни тора!
Владимир Путин менән Алексей Кудриндың осрашыуында ҡаҙна аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында ентекле һөйләшеү булды. Президент әйтеүенсә, Иҫәп палатаһы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға тейеш, ә ошо йәһәттән Хөкүмәт менән бәхәстәр мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Владимир Путин, алдан уҡ килешелеүенсә, Иҫәп палатаһы проблемаларға киңерәк ҡарарға, йәғни милли проекттарҙың үтәлешен контролдә тоторға һәм тәьмин итергә бурыслы, тип билдәләне. Ә Палатаның Хөкүмәт һәм эксперттар менән булған бәхәсен тулыһынса тәбиғи хәл, тип баһаларға кәрәк. Бынан башҡа талап ителгәнде эҙләү һәм табыу мөмкин түгел, йомғаҡ яһаны дәүләт башлығы.
Иҫәп палатаһы Хөкүмәттең эшмәкәрлеген даими күҙәтеп бара һәм етди тәнҡитләүҙән дә баш тартмай. Мәҫәлән, күптән түгел Палата 13 милли проекттың 8-нең үтәлешендә етешһеҙлектәр булыуын белдерҙе.
Читайте нас: