Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин төп эш маҡсаттарын билдәләне. Ул милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе төп йүнәлеш итеп аласағын әйтте.
“Тәүге урында — балалар тураһында хәстәрлек күреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең йәшәү сифатын арттырыу”, — тине ул.
Икенсенән, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн, экспортҡа бәйле милли проекттарҙы алғы планға ҡуйыу мөһим. Бының өсөн конкурентлыҡҡа һәләтле предприятиеларҙы сит ил баҙарына сығарыу мөмкинлектәрен киңәйтергә кәрәк.
Премьер ауыл хужалығы тармағын тағы бер өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп билдәләне. “Бойҙайҙы ғына түгел, башҡа ауыл хужалығы продукцияһын да экспортҡа йүнәлтеү, бының өсөн АХК-ларҙың һәм КФХ-ларҙың эшенә етди ярҙам күрһәтеү кәрәк”, тип билдәләне.