+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар 2020, 14:14

Республикала Эстетика йылы ғәмәлгә ашырыла башланы

Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылының тәүге маҡсаттарының береһе – 9 майға идеаль тәртип булдырыу, тип белдерҙеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылының тәүге маҡсаттарының береһе – 9 майға идеаль тәртип булдырыу, тип белдерҙеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Бынан тыш, быйыл Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу өсөн ыңғай мөхит булдырыу мөһим.
Дүрт төп йүнәлеш һайланған: газондар эшләү, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы күренештәрен берҙәм стандартҡа килтереү.
Муниципаль һәм шәхси предприятиелар биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе берлектә хәл итергә тейеш.
Урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланырға кәңәш ителә: бының өсөн республика етештереүселәре (бәләкәй архитектура формалары, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, бордюрҙар, плитка, резина япма, яҡтыртҡыстар) каталогы әҙерләнгән. Февралдә уларҙың күргәҙмәһе ойошторола.
Ҡоймаларҙы биҙәүгә килгәндә, властар төбәктең һәм урындағы биләмәләрҙең милли традицияларға таянырға тәҡдим итә.
Башҡарылған эш тураһында отчет өсөн махсус форма индерелә. Уға төҙөкләндереү буйынса башҡа программаларҙан саралар индерергә ярамай. Программаны тормошҡа ашырыуҙы һәм уның этаптарын республика башлығы ҡарамағындағы Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәп бара.
Читайте нас: