+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2020, 10:55

Минималь эш хаҡы тигән төшөнсәне үҙгәртеүҙәре ихтимал

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме айына 12130 һум күләмендә билдәләнде.

1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме айына 12130 һум күләмендә билдәләнде. Рәсәй Президенты Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, минималь эш хаҡы күләме йәшәү минимумынан түбән булмаҫҡа тейеш, тип аныҡ әйтте.
Шул уҡ мәлдә “минималь эш хаҡы күләме” тигән төшөнсәне Гражданлыҡ кодексынан алыуҙары ихтимал, тип белдерәләр РФ Юстиция министрлығында. МРОТ һүҙен түләмдәрҙең аныҡ суммаһы менән алыштырырға ниәтләйҙәр. Ведомство тейешле закон проектын әҙерләй. Бының өсөн ҡайһы бер Федераль закондарға ла үҙгәрештәр индерергә тура киләсәк. МРОТ бөгөн ике яҡлы аңлатыла, шуға уны аныҡлау мөһим, тиҙәр министрлыҡта.
Читайте нас: