+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ғинуар 2020, 13:03

Төбәктә туризм үҫеш алһын өсөн

Беҙҙең районда дүртенсе тапҡыр Digital Ҡоролтай үтте. Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты, «ММК-Курорт» идаралығы компанияһы, Digital Ҡоролтай агентлығы ойошторған ҙур сарала дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

Беҙҙең районда дүртенсе тапҡыр Digital Ҡоролтай үтте. Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты, «ММК-Курорт» идаралығы компанияһы, Digital Ҡоролтай агентлығы ойошторған ҙур сарала дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Мәскәү, Сочи, Калининград, Өфө ҡалаларынан килгән спикерҙар, блогерҙар «Юбилейный» ял йортонда бер нисә көн дауамында туризм һәм маркетинг хаҡында һөйләште.

Форум тантаналы асылғандан һуң республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов, «ММК-Курорт» ЯСЙ-һы идаралығы компанияһы директоры Егор Кожаев, Калининград өлкәһенең мәҙәниәт һәм туризм министры Андрей Ермак, Мәскәү эшҡыуары Олег Бармин, «МегаФон» компанияһының корпоратив бизнесы буйынса менеджер Гөлназ Ғибәҙуллина, Сочи ҡалаһының «Знание» шифаханаһы директоры Дмитрий Богданов туризмды үҫтереү буйынса үҙ фекерҙәрен еткерҙе.

Төбәктең ҡабатланмаҫ матурлығын тейешле юҫыҡта файҙаланыу, эште дөрөҫ ҡорғанда туристарҙы күпләп йәлеп итеү һәм килем алыу хаҡында Салауат Нафиҡов ентекләп бәйән итте.

— Беҙҙең хозур тәбиғәт ял итеүселәр өсөн ожмах мөйөшө һымаҡ: Урал тауҙары, урмандар, күлдәр, йылғалар ял итеү өсөн иң шәп урындар. Улар туристарҙы яҡынлығы, хәүефһеҙлеге менән дә йәлеп итә ала. Биш тәбиғәт паркы, дүрт федераль заповедник бар. Республикала 1300 мәмерйә иҫәпләнә һәм йыл һайын тағы 5-6 мәмерйә табылып тора. Шуларҙың иллеһе генә туристар өсөн асыҡ. Әйтәйек, Шүлгәнташ мәмерйәһендә йыл дауамында 50 мең турист булған һәм был башҡа өлкәләр менән сағыштырғанда бик аҙ. Был йүнәлештә эшләргә генә кәрәк. Туризмдың әүҙем ял, экотур, мәҙәни танып-белеү, сәләмәтләндереү кеүек дүрт төрө бар. Беҙгә уларҙың барыһы буйынса ла уңышлы эшләү өсөн мөмкинлек етерлек, — тине Салауат Таһир улы. — Мәҫәлән, уҙған йылда «Яҡты-Күл» шифаханаһы янында археологик экспедиция тәүтормош кешеләренең боронғо туҡталҡаһын асты. Санкт-Петербургтан килгән ғалимдар менән бер рәттән балалар, ирекмәндәр ҡыҙыҡһынып эҙләнеү эштәре алып барҙы. Бына шундай тарихи урындар туристар өсөн бик ҡыҙыҡлы буласаҡ бит.

Комитет рәйесе үҙенең сығышында тағы бер нисә мөһим моментҡа туҡталды.

— Беҙ Тәбиғәт министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәренән торған комиссия төҙөнөк, уның менән көндәлек эш алып барасаҡбыҙ. Иң тәүге маҡсатыбыҙ — Ирәмәл тауына Учалы һәм Николаевка яғынан юл эшләү, — тип белдерҙе С. Нафиҡов. — Артабан Digital Ҡоролтайҙы ойоштороусы Рәйес Ғәбитовтың идеяһы буйынса тауҙарға һуҡмаҡтар һалыу. Был бик мөһим һәм кәрәкле эш. Сөнки иң алда һуҡмаҡ һалына, унан юл барлыҡҡа килә һәм шунан ғына бизнес китә.

— Туризмды үҫтереүҙә тау-саңғы үҙәктәре ҙур урын биләй. Белорет районындағы Мраткино тау-саңғы үҙәгенә 7,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, бында 25 трасса буласаҡ. Ул билдәле тау-саңғы үҙәктәре менән бер рәттә торасаҡ, — тип билдәләне Салауат Таһир улы. — Белоретты курорт ҡалаһына әйләндереү күҙ уңында тотола. Туристар өсөн иң тәүҙә ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу төп бурыс.

— Башҡортостанда ял итеүселәргә тәҡдим иткәндәй нәмәләр күп. Һаулыҡты нығытыу, дауаланыу, милли аш-һыу, этнотурҙар, әүҙем ял. Тик уларҙы матур итеп еткерә, күрһәтә белеү шарт. Республиканың йөҙөк ҡашы булғандай урындары бик күп, уларҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланғанда, һәйбәт килем алырға мөмкин, — тине Сочиның «Знание» шифаханаһы директоры Дмитрий Богданов.

Калининград өлкәһенең мәҙәниәт һәм туризм министры Андрей Ермак сығышын фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға һорау биреүҙән башланы.

— Туризмда иң мөһиме нимә? Иң тәүҙә биләмәнең инфраструктураһымы әллә уны алға этәреүме? Күптәр иң алда инфраструктураны эшләгеҙ, шунан ғына туристар киләсәк, ти. Ҡайһылар алға этәреү, реклама кәрәк тип уйлай. Был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ, һәр төбәктең үҙенсәлектәре бар һәм шуларға яраҡлашыу ҡулайлы, — тине А. Ермак. — Мәҫәлән, беҙгә был йәһәттән бәхет йылмайҙы: футбол буйынса донъя чемпионаты уҙҙы, федераль һәм төбәк бюджеты иҫәбенә инфраструктура буйынса күп ыңғай эштәр башҡарылды.

— Һеҙгә тағы бер һорау һәм минән яуап. Туризмда digital нимәне аңлата? Беҙ күптән баҫма каталогтарҙан баш тарттыҡ һәм ҡағыҙҙан һанлы технологияларға күстек. Ҡағыҙҙа тик турист паспорты ғына ҡалды, унда карта менән юл күрһәткес, шулай уҡ ташламалар бар. Кеҫәгә һыйҙырышлы юл паспорты аэропортта, вокзалда бушлай таратыла. Заманса быуындың ихтыяждарын күҙ уңында тотоп, видеоға күстек. Роликтар ике-өс минуттан артмаҫҡа, сағыу һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Беҙ 20, 30 йәшлектәрҙе туризмға йәлеп итеүгә баҫым яһайбыҙ. Үҙебеҙҙең илдең генә түгел, сит илдәр йәштәрен дә йәлеп итеү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. 2019 йыл һөҙөмтәһе — 4,2 миллион видеороликтар ҡаралған, был бик яҡшы күрһәткес. Беҙ туризмды алға этәреү, үҫтереү өсөн 20 миллион һум йүнәлтәбеҙ, был аҡсаға күргәҙмәләр, турҙар, бөтә төр реклама эшләнә. Һәм алынған һөҙөмтә сығымдарҙы аҡланы, йылына бер миллион 74 мең турист йәлеп ителгән, беҙ көнөнә килеп киткәндәрҙе һанамайбыҙ, бында ике һәм күберәк көнгә килгәндәр иҫәпләнгән. Бөтәһе 9 миллиард һумдан ашыу түләүле хеҙмәт күрһәтелгән, — тине Андрей Ермак.

«ММК-Курорт» ЯСЙ-һы идаралығы компанияһы директоры Егор Кожаев курорт төбәгендә туризмды үҫтереүгә туҡталды.

—Тау-саңғы үҙәге йылдан-йыл күберәк туристарҙы йәлеп итә, ярыштар, донъя чемпионаттары уҙа. Беҙҙең курорт илдең иң шәп мультиспорт курортына әйләнергә тейеш. Унда шөғөлләнеү һәм ярышыу уңайлы буласаҡ, нетворкинг, өйрәтеү урыны ла буласаҡ. Бер юлы сәләмәтлекте нығытыу, дауа алыу ҙа мөмкин, — тине Егор Кожаев.

Быйылғы конференцияның яңылығы — workshop, йәғни ҙур булмаған төркөмдәрҙә уҡытыу. 17 спикер туриндустияны үҫтереүҙә һанлы технологияларҙы файҙаланыу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Социаль селтәрҙәрҙә бизнесты алға ебәреү мөмкинлектәре менән билдәле блогерҙар тәжрибә уртаҡлашты. Уларҙың һәр береһендә ике миллиондан ашыу яҙылыусы, тимәк беҙҙең төбәктең матурлығы, туристар өсөн шәп ял урыны икәнлегенә байтаҡ кеше фото, видео аша хәбәрҙар буласаҡ. Һәм бөтәһе лә булмаһа, күптәре «Минең дә шул яҡтарҙы күргем, ял иткем килә», — тип ҡыҙығасаҡ. Был инде һанлы форум үҙ маҡсатына өлгәште тигән һүҙ.

Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас: