+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Ғинуар 2020, 18:15

Ҙур иҡтисади маҡсаттар билдәләнде

Хөкүмәттең 2024 йылға тиклемге вәкәләттәре осорона эшмәкәрлек программаһы раҫланды.

Бөгөн беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда Хөкүмәттең 2024 йылға тиклемге вәкәләттәре осорона эшмәкәрлек программаһы раҫланды. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Программа буйынса докладтар менән сығыш яһаны.
– Документ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сентябрҙәге указында билдәләнгән төп йүнәлештәр буйынса 22 проект башланғысын үҙ эсенә ала, – тине Андрей Назаров.
Программала әһәмиәтле һәм күләмле саралар, инвестиция проекттары билдәләнә, айырым маҡсатлы күрһәткестәр аныҡлана.
– Хөкүмәт эшмәкәрлегендә ҙур иҡтисади маҡсат – 2024 йылға тулайым төбәк продуктын 2,5 триллион һумға тиклем арттырыу. Беҙ сәнәғәт етештереүе индексы һәм сәнәғәттә етештерелгән тауарҙар күләме буйынса төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә инергә тейешбеҙ. Ауыл хужалығында иһә 2024 йылға һөт етештереү йәһәтенән икенсе урынға сығыу, ит етештереү буйынса ике баҫҡысҡа юғарыраҡ үрләү, иген етештереү йәһәтенән тәүге тиҫтәгә инеү бурысын ҡуябыҙ. Торлаҡ төҙөү күләме 3,7 миллион квадрат метрға тиклем артырға тейеш, – тине беренсе вице-премьер.
Читайте нас: