-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ғинуар 2020, 11:45

Башҡортостанда ҡояш электр станцияһы төҙөлә

Стәрлебаш районында республикала иң ҙур, ҡеүәте 25 мегаватт булған ҡояш электр станцияһы төҙөлә башланды. #национальныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлебаш районында республикала иң ҙур, ҡеүәте 25 мегаватт булған ҡояш электр станцияһы төҙөлә башланды. Был проекттың дөйөм хаҡы 3,5 миллиард һум буласаҡ, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров. Экологик яҡтан таҙа булған энергия сығанағын быйыл йәй сафҡа индереү ҡарала, 20 кешегә эш урыны буласаҡ. «Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы беҙҙең республикала ҡояш электр станцияларын төҙөүгә 6 миллиард һум аҡса һалынасаҡ.
Читайте нас: