+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль 2020, 17:15

Ауылда бизнесты үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ

6 – 7 февралдә «Торатау» Конгресс-холында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү» темаһына Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә.

6 – 7 февралдә «Торатау» Конгресс-холында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү» темаһына Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтә.
Сарала РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре, уларҙан тыш урындағы үҙидара органдары етәкселәре, илдең төрлө төбәктәренән 250-нән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә ауыл биләмәләрен һәм ауылдағы бизнесты үҫтереү буйынса сәйәсәтте тормошҡа ашырыу юлдары ҡараласаҡ. Ҡатнашыусылар төрлө проекттар менән танышып, майҙансыҡтарҙа үҙ фекерҙәрен белдерәсәк.
Белешмә. 2020 йылдан 2022 йылға тиклем Башҡортостанда ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә (шуның 3 миллиарды һумы — федераль ҡаҙнанан).
Читайте нас: