+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2020, 11:25

Башҡортостанда тыуым һанын арттырыуға 83 миллион һум аҡса бүленә

Башҡортостанда тыуым һанын арттырыуға ҡағылышлы өҫтәмә саралары буйынса дүрт йыллыҡ план раҫланды.

Башҡортостанда тыуым һанын арттырыуға ҡағылышлы өҫтәмә саралары буйынса дүрт йыллыҡ план раҫланды.
«Бөгөнгө күрһәткестәр буйынса республика түбән кимәлдә, шуға күрә тыуымды үҫтереү- беҙҙең мөһим бурыс», – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров хөкүмәт президиумы ултырышында.
Яңы юл картаһы «Һаулыҡ», «Миграция», «Инфраструктура» һәм «Мәғлүмәт эше» өлөштәренән тора, тип белдерҙе хөкүмәт вице–премьеры Линара Иванова. Уның әйтеүенсә ҡабул ителгән документҡа ярашлы был өлкәгә бюджеттан 83,2 миллион аҡса бүленәсәк. Республикала өйләнешергә теләгән йәш парҙар ЗАГС-ҡа ғариза биргәндән алып, бушлай медицина тикшереүе үтеү мөмкинселеге аласаҡтар.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 2019 йылда алдағы йылға ҡарағанда Башҡортостанда дүрт меңгә кәмерәк балалар тыуған. Министр был хәлде төҙәтеү өсөн федераль һәм региональ кимәлдә әсәлекте яҡлау буйынса ҙур саралар буласаҡ тине.
Читайте нас: