+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Февраль 2020, 16:45

Еңеүсегә — 60 мең һум!

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу талсымы конкурсына эштәр тапшырыу дауам итә. Ун йыллыҡтың төп статистик ваҡиғаһы символын булдырыуҙа дизайнерҙар, рәссамдар һәм Башҡортостандың бөтә ижади кешеләре ҡатнаша ала

Конкурста 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнашырға мөмкин. Иҫәп алыуҙың мөһимлеген сағылдырған теләһә ниндәй объекттың һүрәте төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә. Улар өстән артмаҫҡа тейеш.
Талсым 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу өсөн Росстаттың баҫма, мәғлүмәт, реклама һәм башҡа продукцияһына урынлаштырыла. Конкурс еңеүсеһенә 60 мең һум аҡсалата бүләк тапшырыла.
Үҙеңдең эшеңде ебәреү өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың рәсми сайтында теркәлергә һәм Инстаграмдағы аккаунтыңа һалынған эшкә һылтанманы беркетергә кәрәк. Унда @strana2020 әүҙем һылтанмаһын билдәләү һәм #талисман_перепись хештегын ҡуйыу мөһим.
Инстаграмдағы аккаунт асыҡ булырға тейеш.
Конкурс ике этапта үткәрелә: беренсеһе – иҫәп алыу сайтында асыҡ тауыш биреү, икенсеһе – жюриҙың тауыш биреүе.
Эштәрҙе ҡабул итеү 2020 йылдың 10 февралендә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә тамамлана.
Читайте нас: