+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Февраль 2020, 11:50

Башҡортостан эшҡыуарҙары халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашасаҡ

Был сараны үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты ярҙамында мөмкин булды.

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан делегацияһын күргәҙмәгә ҡатнашыуға әҙерләү мәсьәләләренә арналған осрашыу үткәрелде. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 – 13 февралдә уҙасаҡ “EGYPS 2020” халыҡ-ара күргәҙмәһе Мысырҙың нефть-газ тармағында ҙур сараға әйләнмәксе. Үҙенсәлекле күргәҙмә Мысырҙың күргәҙмәләр үҙәгендә ойоштороласаҡ. Унда 400 компания вәкилдәренең ҡатнашыуы, 25 техник һәм стратегик сессия, Төньяҡ Африканың әүҙем үҫешкән нефть-газ секторы буйынса төрлө конференциялар ойошторолоуы көтөлә.
Сарала Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың сығымдары республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тарафынан финанслана. Ойошмалар үҙ вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына ҡаплаясаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: