Был хәҙер Ҡытайға көнбағыш майы, рапс шроты һәм төпрәһе индереүгә рөхсәт бирелә тигәнде аңлата. Рәсәй буйынса 37 предприятие шундай хоҡуҡҡа эйә булған.
Әйткәндәй, былтыр октябрҙә Ҡытайҙың таможня вәкилдәре ошо маҡсаттан эш сәфәре менән Башҡортостанға килгәйне. Был республика Ауыл хужалығы министрлығының, беҙҙең предприятиеларҙың “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш һөҙөмтәһе.
Былтыр экспортҡа оҙатылған продукцияның 44,4 процентын - май аҙыҡтары, 22,4 процентын – май продукцияһы орлоғо, спирт, 17,2 процентын – аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы, иген 13,6 процентын тәшкил иткән. 2019 йылда Башҡортостандан бөтәһе 103,9 миллион долларға 300 мең тонна продукция экспортҡа оҙатылған. Был унан алдағы йылдан 27,6 миллион долларға күберәк.
«Элеватор» һәм «Шишмә МЭЗ» йәмғиәттәре республикала май продукцияһын экспортҡа оҙатҡан төп предприятиеларҙың береһе. Улар сығарған үҫемлек майына, көнбағыш һәм рапс шротына эске баҙарҙа ла, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Был компанияларҙың тура экспорты былтыр 107 мең тоннанан артҡан, дөйөм хаҡы 2,6 милиард һум тәшкил иткән. Экспорт тауарҙары БДБ, Балтик буйы илдәренә, Яҡын Көнсығышҡа, Ҡытайға оҙатыла.