-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Февраль 2020, 10:15

Ниндәй милек ҡыҙыҡһындыра? Онлайн режимда ҡарағыҙ

Быйыл илдең бар төбәктәрендә лә Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрын алып барыуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы индереләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл илдең бар төбәктәрендә лә Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрын алып барыуҙың федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы индереләсәк.
Был хаҡта “Росреестр” етәксеһе Олег Скуфинский белдергән. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда һәм илдең башҡа бер нисә төбәгендә кадастр палатаһында мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса эш башланған. Был күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрәсәк һәм күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. Өҫтәүенә күсемһеҙ милек объекттары тураһындағы мәғлүмәтте лә онлайн режимда ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Әле “Росреестр” хеҙмәттәренең 65 проценты һанлы форматта күрһәтелә. Был эш ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Читайте нас: