Бер йылда Башҡортостанда экспорт 12,6 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә Республиканың тышҡы иҡтисад бәйләнештәр комитеты. Иң күп тауарҙар Ҡытай, Беларус, Латвия, Мальта, Ҡаҙаҡстан, Һиндостан, Төркиәгә оҙатыла. Был илдәргә 3,23 миллиард долларға тауар һатылған, йәки йыл эсендә булған тауар әйләнешенең 75 проценты тура килә.