+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2020, 11:15

Ил иҡтисадының төп бурыстары билдәләнде

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы инвестиция циклын башлап ебәрергә бойороҡ бирҙе.#ВладимирПутин

Был Рәсәй иҡтисадына уртаса донъя тиҙлегенән тиҙерәк үҫергә ярҙам итәсәк.
"Иҡтисадтың көнүҙәк мәсьәләһе — яңы инвестиция циклын башлап ебәреү, инвестиция тиҙлеге 5-тән кәм түгел, йәғни 5–7% булырға тейеш. Ул саҡта иҡтисад үҫеше донъяуи кимәлдән юғарыраҡ буласаҡ. Был юҫыҡта мин Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Рәсәй Банкының бергә эшләүенә ышанам", — тине дәүләт башлығы.
Путин, шулай уҡ, инвестиция пункттарының һәр проценты өҫтәмә эш урындарын булдырыуға, иҫкеләрен модернизациялауға, үҙ эшенең профессионалы булған һәм юғары квалификациялы кадрҙарҙарға лайыҡлы эш хаҡы түләү мөмкинлеген бирәсәк, тип өҫтәне.
Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, иҡтдисадтың юғары тиҙлектә үҫеүе социаль үҫешкә йүнәлеш бирәсәк. Был, үҙ сиратында, халыҡтың килемен арттыра һәм Рәсәй өсөн мөһим булған демографияны яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
Читайте нас: