+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2020, 10:15

Урман хужалығына — яңы тракторҙар

Республикала Урман хужалығы министрлығына ҡараған хужалыҡтарҙың техникаһын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла – былтыр “Экология” милли проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 22 яңы трактор алынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ошо йылда ла ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге тракторҙар алыуы хаҡында белдерә.
Контракттың башланғыс хаҡы 27,5 миллион һум күләмендә билдәләнгән, республика бюджетынан бүленгән ошо аҡсаға 10 трактор алыу ҡаралған. Техник талаптарға ярашлы, тракторҙар 2020 йылда етештерелгән булырға тейеш, шулай уҡ контрактты 30 майға тиклем үтәү фарыз.
Аукционда ҡатнашырға теләгәндәр 17 февралгә тиклем ғариза тапшыра ала, сара 20 февралдә уҙасаҡ.
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, техника “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән сараларға ярашлы һатып алына. “Тимер аттар” урманды тергеҙеү, үҫтереү, тәрбиәләү һәм янғынға ҡаршы көрәштә файҙаланыласаҡ. Яңы техника ведомствоға ҡараған урман хужалығы предприятиеларына биреләсәк. Әйткәндәй, әле уларҙа ҡулланыуҙа булған техниканың 124 берәмеге 1985-1998 йылдарҙа етештерелгән.
Читайте нас: