+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2020, 10:10

Ике предприятие милли проектҡа ҡушыла

Башҡортостандың ике предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнашасаҡ.#национальныепроекты#нацпроекты

“Уралмостострой” һәм “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәттәре килешеүгә ҡул ҡуйҙы ла инде. Был предприятиелар милли проект сиктәрендә “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһында ҡатнашып, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы займ рәүешендә финанс ярҙам аласаҡ. 1 процент менән уларҙың 300-500 миллион һум алыу мөмкинлеге бар.
”Уралмостострой” күперҙәр төҙөү компанияһы тимер һәм автомобиль юлдары күперҙәре һалыу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә.
Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан “НефАЗ”предприятиеһы автомобилдәр, вахта һәм пассажирҙар автобусы, электробустар, троллейбустар, тағылмалар, бесән йыйыу техникаһы шассиларына махсус ҡоролмалар эшләү менән мәшғүл.
Һөҙөмтәлә Башҡортсотан Хөкүмәте республиканың ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм төҙөлөш индустрияһы предприятиелары менән 57 килешеү төҙөнө. Быйыл маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн Башҡортостандың 20 ойошмаһын милли проектҡа йәлеп итеү мотлаҡ.
Читайте нас: