+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Февраль 2020, 18:20

Ҡырымға - поезда

25 апрелдән Екатеринбург - Симферополь поезы йөрөй башлаясаҡ, тип хәбәр итә Ҡырым ярымутрауының тимер юлдары операторы.

Состав аҙнаһына бер тапҡыр ике йүнәлештә юлланасаҡ. Төньяҡ йүнәлешендә Ҡанаш, Саранск, Пенза аша, ә көньяҡ - Өфө, Һамар, Һарытау һәм Волгоград ҡалалары аша йөрөйәсәк. Теүәл ваҡыты һәм билет хаҡы ошо арала билдәле буласаҡ, тип яҙа федераль матбуғат. 25 февралдән билеттар һатыла башлаясағын белдерә пассажирҙар ташыу менән шөөғөлләнәсәк «Гранд Сервис Экспресс». Поезд юлда ярашлы рәүештә 69 һәм 64 сәғәт барасаҡ.
Читайте нас: