-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2020, 16:25

Ҡояш электр станцияһы эшләй башланы

Башҡортостандың Бөрйән районында республикала иң ҙур ҡояш электр станцияһы эшләй башланы, уның ҡеүәте – 10 МВт.

«Хевел» компанияһының Бөрйән ҡояш электр станцияһы эште айырым форматта һәм селтәрле станция сифатында алып барырға йыйына. 8 МВт ҡеүәтенә эйә туплаусы авария булған осраҡта энергия менән тәьмин итергә һәләтле. Был – энергия туплаусыларҙың ҡеүәте буйынса Европала иң ҙур электр станцияһы.
Станция Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумын асыу тантанаһында тура эфирҙа асылды.
«Башҡа энергия сығанаҡтары — республика өсөн төп ҡарарҙар түгел, ләкин шулай уҡ беҙҙең киләсәк, — тине Радий Хабиров. — Беҙ — Рәсәйҙә ҡояш энергияһы етештереү йәһәтенән алдынғы төбәктәрҙең береһе. Республикала ошо өлкәлә башҡарылғандан тыш, бының менән генә туҡтап ҡалманыҡ. Хәҙер Стәрлебаш районында ҙур ғына ҡояш электр станцияһы төҙөлә. Беҙ төҙөрбөҙ, климат шарттары беҙгә бындай мөмкинлек бирә. Үҙ сиратында, ҡояш электр станцияларының заманса технологиялары ярҙамында файҙалы ғәмәл коэффициентын күберәк арттырыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә был — беҙҙең өсөн өҫтәмә энергия сығанағы. Йәнә ҡабатлайым: барлыҡ проблемаларҙы хәл итмәй, ә мөһим ярҙам булып тора».
Эксперттар баһаһы буйынса, Бөрйән районындағы ҡояш электр станцияһы алыҫтағы райондарҙа электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырыуҙан тыш, заманса энергия балансының ҡыҙыҡлы миҫалы булырға тейеш.
Электр станцияһында ремонт эштәре башҡарылһа, Бөрйән районы ауылдарында йәйгеһен икешәр көн тоташ электр уты һүндерелеп торола ине. Хәҙер бөрйәндәр ыҙаламаясаҡ – 10 МВт ҡеүәтендәге ҡояш электр гибрид станцияһы уларҙы электр менән тәьмин итәсәк.
Читайте нас: