+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2020, 11:18

Сибай туңдырмаһы һатыуға сыға

Сибай ҡалаһында үткән йылда асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырыу буйынса проект ҡаралды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла.
Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән үткән кәңәшмәлә был юлы былтыр асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырыу буйынса проект ҡаралды. Проект авторы – Ғәлимә Алтыншина.
Әле эшҡыуар туңдырманың төрлө төҫтәге һәм тәме буйынса 30 төрлөһөн тәҡдим итә. Ғәлимә Алтыншина артабан продукцияһын етештереүҙе киңәйтеү һәм арттырыу, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорай.
Эшҡыуарҙың үҙ һатып алыусылары бар: ҡыш көнө булыуға ҡарамаҫтан, сифатлы һәм тәмле Сибай туңдырмалары һәр саҡ үтемле һәм ҙур һорау менән файҙаланыла.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк биреүҙе, уны һатыу кәштәләренә алып сығыу юлдарын табыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алғанда ла, Сибай эшҡыуарының был проекты бик урынлы һәм кәрәкле.
Читайте нас: