Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров әйтеүенсә, быйыл урындағы етештереүселәргә республика ҡаҙнаһынан субсидия биреү тәртибе раҫланған. Ошо маҡсатҡа 20 миллион һум аҡса бүленгән.
Ғаризаларҙың ҡасан ҡабул ителә башлауы тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәктәр.
Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамының был сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына, шулай уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспортын үҫтереү буйынса республика проекттарына ярашлы күрһәтелә.
Әйткәндәй, сертификатлауға сығымдың бер өлөшөн субсидиялау тураһындағы ҡарар нигеҙһеҙ ҡабул ителмәгән. Социалогик тикшеренеү барышында йүнселдәрҙең 95 проценты сит ил сертификаты алыуҙы тауарҙы тышҡы баҙарға сығарыу йәһәтенән байтаҡ сығым талап иткән иң ҡатмарлы мәсьәлә тип атаған.
Башҡортостанда тағы ла бер дәүләт ярҙамы сараһы күрһәтелә – тауарҙы сит илгә ташыуға экспортлаусыларҙы өлөшләтә субсидиялау. Программа төбәктә былтыр июндән башлап тормошҡа ашырыла. Быйыл субсидиялау күләме икеләтә артып, 80 миллион һум тәшкил итә.