-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Март 2020, 11:00

Эшҡыуарҙар Германияға ни өсөн бара?

Март башында Башҡортостандан эшҡыуарҙар делегацияһы Германияның баш ҡалаһы Берлинға юлланасаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Улар 2 – 8 мартта үткәреләсәк 54-се “ITВ Berlin 2020” халыҡ-ара туристик күргәҙмәгә йыйына. Башҡортостан эшҡыуарлығы өсөн был мөһим һәм кәрәкле хәл-ваҡиға республикала “Башҡортостан Республикаһында экпорттың үҫеше” төбәк проектын һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр комитетында белдереүҙәренсә, “ITВ Berlin 2020” – донъя кимәлендәге туристик сәйәхәттәр күргәҙмәһе. Унда йыл һайын 180-дән ашыу илдән 10 мең тирәһе белгес ҡатнаша. Был иһә был сараның әллә ниндәй ҙур мөмкинлектәргә эйә икәнлеге хаҡында һөйләй. Унда туроператорҙар, авиакомпаниялар, ҡунаҡханалар, туризм менән бәйле предприятиелар һәм башҡа бик фәһемле осрашыуҙар үткәрелә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр комитетында ошо үҙенсәлекле күргәҙмәгә әҙерлек, ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Фото: Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр комитеты.
Читайте нас: