+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2020, 11:05

Аҡса маҡсатлы тотонолһон өсөн

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин милли проекттарға бүленгән аҡсаның маҡсатлы тотонолоуын тикшерергә ҡушты.

Хөкүмәт етәксеһе тикшереү эштәренә Генераль прокуратура, Эске эштәр министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте йәлеп ителәсәк, тип белдерҙе. Милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәр объектта тикшереү уҙасаҡ. 2024 йылға тиклем төбәктәрҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеү, йәшәү сифатын арттырыуға 26 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Президенттың талабы: Рәсәйҙең һәр төбәген юғары стандарттар менән тәьмин итеү. Һәм ул эште тиҙләтеүҙе лә шарт итеп ҡуя. “Шуға күрә финанстар башҡарыусыларға ваҡытында барып етергә һәм милли проект һөҙөмтәләре яҡын арауыҡта күренергә тейеш”, — тине Премьер.
Читайте нас: