+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март 2020, 11:08

Башҡортостанда һалымдан азат итеү тураһында яңы закон ҡабул ителде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары, инновацион индустриаль технопарктары резиденттарын һәм уларҙың идарасы компанияларын ун йылға һалым түләүҙән азат итеүсе закон проектын ҡабул итте. #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы депутаттары, инновацион индустриаль технопарктары резиденттарын һәм уларҙың идарасы компанияларын ун йылға һалым түләүҙән азат итеүсе закон проектын ҡабул итте.
Был ташлама индустриаль парк ерҙәре сиктәрендә булған мөлкәткә һәм етештереүҙә туранан тура ҡулланылған эшмәкәрлеккә ҡағыла. Тағыла бер шарт, һалымға ташлама алыу өсөн республика хөкүмәте идара компанияһы талаптарына тура килергә тейеш. Дәүләт Йыйылышы етәксеһе Борис Толкачев фекеренсә, бындай сәнәғәт парктары инновацион предприятиеларҙың иҡтисади үҫешен тиҙләтеү мөмкинлеген бирәсәк. «Сәнәғәт парктарын мөлкәт һалымынан азат итеүҙән быйыл республика бюджеты 22 миллион һум юғалтасаҡ. Әммә беҙ бының менән уларҙа етештереү кимәле үҫеренә һәм эш урындарының артыуына иҫәп тотабыҙ. Дөйөмләштергәндә, иҫәпләүҙәр буйынса, өҫтәмә табыш алыуҙан һалым күләме 200 миллион һумға артасаҡ», – тип һанай парламент рәйесе.
Читайте нас: