+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Март 2020, 10:10

Башҡортостан тәүге өсәү иҫәбендә

Рәсәй экспорт үҙәгендә Башҡортостандың экспортҡа сығарыусылар менән эшен юғары баһаланылар.#ВладимирПутин

итеүҙәренсә, Рәсәй экспорт үҙәге 2019 йылғы эшкә йомғаҡ яһаған һәм рейтинг төҙөгән. Шулай итеп, төбәктәге экспортҡа ярҙам итеү, яңы экспортҡа сығарыусылар һаны, экспортҡа ташыу күләме, география һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Башҡортостан, Мәскәү өлкәһенән һәм Алтай крайынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды биләгән. Республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 114 предприятие-ойошма экспортҡа сығарылған. Улар экспорт менән бәйле 170-тән ашыу килешеү төҙөгән.
Ошо үрҙә әйтелгән бар эштәр Рәсәй Президенты В. Путиндың май указына ярашлы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше”, “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәттәренең үҫеше” төбәк проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 641 субъект республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең хеҙмәттәренән файҙаланған. Шулай итеп, экспортҡа сығарыу өсөн ярҙам күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.
Читайте нас: