+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Март 2020, 10:00

Урман тармағына — инвестициялар

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан

- 2019 йыл уңышлы тамамланды. "Экология" милли проекты сиктәрендә урман тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Киләсәктә иһә социаль тармаҡҡа айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәк, ауылдарҙа халыҡ уңайлы мөхиттә йәшәргә тейеш. Республика Башлығы бөтә райондарҙы ла йөрөп сыҡты, ул һәр бер мәсьәлә өсөн борсола. Урман тармағы йәш кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Ошо йүнәлештә уйланмаһаҡ, тиҙҙән унда эшләрлек кеше ҡалмаясаҡ, - тине кәңәшмә эшендә ҡатнашҡан БР Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Былтыр урманды тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был ярҙамға 45 берәмек хужалыҡ һәм янғын һүндереү техникаһы, 265 берәмек ҡорамал һәм йыһаз һатып алынған, шул иҫәптән Әбйәлил урман хужалығының техника паркы ла МТЗ-82 тракторы менән тулыланды.
Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2024 йылға тиклем төбәк проектын тәьмин итеүгә 2,2 миллиард һум һалынасаҡ, уның 923 миллион һумы бюджет аҡсалары булһа, ҡалған саралар бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителергә тейеш. Былтыр йәлеп ителгән аҡсалар буйынса республика Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәй буйынса алтынсы урында торһа, быйыл иһә ил буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелгәндәр.
Читайте нас: